Өфө уттары Башҡортостан Милли музейының яңы һулышы
11 августа 2022, 08:42
Беҙ музейҙың эшмәкәрлеге тураһында ғына әңгәмәләшмәнек. Зульфия Зөлфиә Ишмырҙина беҙҙе ишетеп-ҡараусыларға шундай идея ла әйтеп ысҡындырҙы. Кинолағы һымаҡ, романтик һәм көтөлмәгән итеп – беренсе осрашыуға егет ҡыҙҙы киноға, кафеға йәки паркка түгел, ә ... Милли музейға саҡырһын. Ә ҡарарлыҡ, иғтибарҙы йәлеп итерлек экспозициялар күп бында! Яңы ғына эшләй башлаған "Рәсәйҙең тылсымлы биҙәктәре" тигәне тарихи һәм заманса оҫталарҙың ҡул менән теккән таҫтамалдар йыйылмаһы булһа, музейҙың ғорурлығы һаналған – легенда буйынса батырыбыҙ Салауат Юлаевтың ҡылысы, Иван 3-сө дәүеренә ҡараған алтын һәм көмөш тәңкәләре... Былай булғас, Милли музейға халыҡ ағыласаҡ!