Иғтибар үҙәгендә. 2023-сө йыл Башҡорт фән эшмәкәрҙәре һәм мәғрифәтселәре йылы буласаҡ
08 декабря 2022
11:44
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2023-сө йылды республикала "Башҡорт фән эшмәкәрҙәре һәм мәғрифәтселәре йылы" тип иғлан итәсәк. Тотош йылды бер маҡсатҡа арнауҙың үҙ маҡсаты бар. Ул – башҡорт ғалимдары исемен донъяға танытыу, йәштәргә лайыҡлы шәхестәрҙе өлгө итеп ҡуйыу.