Иғтибар үҙәгендә. Башҡортостан именлеге – ауыл ерендә
15 марта 2023
11:25
Республика яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнә. Ғөмүмән алғанда, төбәк аграрийҙары йылдың иң мөһим кампанияһына күптән хәстәрлек күрә. Ер эшкәртергә 11 мең трактор сыға, сәсеүгә иһә 5,5 мең агрегат йәлеп ителә. Был ауыл хужалығы министрлығының рәсми мәғлүмәте. Студия ҡунағы дәүләт эшмәкәре, иҡтсиад фәндәре докторы Зифҡәт Ислам улы Сәйетғәлиев. Аграр секторҙағы уның тәжрбәһе бөгөнгө шарттарҙа үтә лә әһәмиәтле.