Өфө уттары "Йәншишмә"нең йәнле тормошо
4 октября 2022, 20:10
Гәзит, журнал, китап – Совет заманында һәр кемгә дуҫ, серҙәш, кәңәшсе булған. Хәҙер шул заманалар ҡайтмаһа ла, китап ҡәҙере, матбуғат көсө тергеҙелеп, нығынһын ине. Электрон варианттамы, тактиль рәүештә тотоп-тойоп булһынмы, тере булһын ул! Балалар матбуғатының "уртансы" улы – "Йәншишмә" гәзитенең эшмәкәрлеге, яныуҙары, ижады, йәш хәбәрселәр менән тығыҙ бәйләнеше тураһында студия ҡунаҡтары – гәзиттең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Мирсәйет Юнысов һәм "Йәншишмә" гәзитенең йәш хәбәрселәр "мәктәбен" тамамлаған Зарина Бағышаева һөйләне.