Top.Mail.Ru
Рәсәйҙә декабрь башында халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә Выпуск 06 декабря 2022 года
Инвалид балаларҙың йәмғиәттә үҙ урындарын табыу, социализациялау, һөнәр үҙләштереү кеүек мәсьәләләр бик етди һәм мөһим һорау. Был йәһәттән махсус педагогтар, табиптар, медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәре профессиональ эшләй. Шулар араһында мәғариф өлкәһендә Өфөнөң 92-се коррекцион интернат-мәктәбе мөһим урын алып тора. Интеллектуаль яҡтан мөмкинлектәре сикләнгән, менталь сәләмәтлеге ҡаҡшаған балаларҙы уҡытҡан һәм тәрбиәләгән белем усағының директоры, Рәсәй Федерацияһы дөйөм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре Булат Редмир улы Баев һәм өй шарттарында уҡытып йөрөүсе махсус педагог, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Рузалия Ғәфүр ҡыҙы Борханова менән "Өфө уттары" тапшырыуының 5-се декабрь сығарылышында әңгәмәләштек.
Өфө уттары
Общество,
2 сезона, 184 выпуска
Выпуски
2023